02:01 (UTC+5), 15 Июля 2019

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Шишмә районында булды

Олег Яровиков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Шишмә районына эш сәфәре социаль торлаҡты – Шишмә ҡасабаһының Үҙәк урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан ике күп фатирлы йортто ҡарауҙан башланды.
Уларҙың һәр ҡайһыһында 96-шар фатир. Берәүһе 2018 йылдың ноябрендә сафҡа индерелгән. Унда 17 етем һәм бер сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала фатир алған. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры урынбаҫары Виктор Рассейкин был йортта бөгөнгө көнгә 30-лаған фатир тапшырылмаған тип һөйләне.
Төп сәбәп – теләүселәр юҡ. Уның һүҙҙәренсә, ул һуңғы йылдарҙа фондтың Шишмәлә әүҙем социаль торлаҡ төҙөүе һәм түләргә һәләтле льготаға эйә граждандарҙың фатирлы булыуы менән бәйле.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов билдәләүенсә, планға ярашлы ошо биҫтәлә һигеҙ йорт төҙөү күҙаллана. Икенсе йорт файҙаланыуға тапшырырға әҙер тиерлек, әммә төҙөлөш социаль торлаҡты ғәмәлгә ашырыуҙағы ҡатмарлыҡтар сәбәпле әлегә туҡтатылған.
Муниципалитет башлығы әйтеүенсә, әлеге ҡаршылыҡтар ҡануниәт буйынса социаль торлаҡ алыуға дәғүә итә алғандарҙы сикләү йәһәтендә тора.
«Беҙ мәсьәләне льготалы программа буйынса торлаҡ алыуға хоҡуҡлы граждандар категорияһын киңәйтеү, асылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре категорияһына, мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа мохтажлыҡҡа талаптар ҡуймай медицина хеҙмәткәрҙәрен йәки уҡытыусыларҙы индереү юлы менән хәл итергә була тип иҫәпләйбеҙ», — тип билдәләне Флүр Уразмәтов.
Был йорттарҙа фатирҙың бер квадрат метры баҙар хаҡынан ике тапҡырға осһоҙ - уртаса 33 мең һумға һатыла.
Радий Хәбиров проблеманы муниципалитет һәм төҙөүсе вәкилдәрен саҡырып, «Төҙөлөш сәғәте»ндә тикшерергә тәҡдим итте.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика