08:31 (UTC+5), 11 Июля 2019

Р-240 трассаһы 2021 йылда Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртылып бөтәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә ойошторолған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара кәңәшмәһендә «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов Р-240 трассаһы 2021 йылда Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртылып бөтәсәк тип белдерҙе. Әле Ырымбур юлын яҡтыртыу Өфөнән 31 саҡрымға, Булгаков ҡасабаһына тиклем еткерелгән.
Азамат Илембәтов әйтеүенсә, ремонт һәм тергеҙеү программаһына ярашлы, федераль трассалар буйында урынлашҡан барлыҡ кеше йәшәгән пункттар янын яҡтыртыу планлаштырылған.
Әлеге ваҡытта федераль юлсылар М5 «Урал» трассаһының Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Өфө райондарынан үткән 54 саҡрымлыҡ дүрт биләмәлә эшләй. М7 «Волга» трассаһында Дүртөйлө һәм Кушнарен райондарында 20 километр юлға реконструкция үткәрелә. Р-240 трассаһында иһә 59 саҡрым юл ремонтланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика