13:52 (UTC+5), 04 Июля 2019

Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереүгә 11 йылда 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеү күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостан умартасылыҡты үҫтереүгә 1,101 миллиард һум йүнәлтергә күҙаллай. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында 2019-2030 йылдарға комплекслы программа баҫтырылған, тип хәбәр итә төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Программаны тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса тауар балын етештереү күләмен ҙур махсуслаштырылған умартасылыҡ хужалыҡтары иҫәбенә арттырыу, уртарус бал ҡорто тоҡомоноң башҡорт популяцияһы генотибын һаҡлап ҡалыу, «Башҡорт балы» брендын киң танытыу күҙаллана.
Йыл башында Башҡортостан хужалыҡтарында 325,3 мең, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында – 7,2 мең, крәҫтиән фермер хужалыҡтарында – 30,8 мең, шәхси секторҙа 287,3 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән. Былтыр республика ҡортсолары 12,6 мең тонна бал, шул иҫәптән 5,4 мең тонна тауар балы етештергән.
2030 йылға Башҡортостанда бал ҡорто ғаиләләренең дөйөм иҫәбе 460 меңгә, махсуслаштырылған умартасылыҡ хужалыҡтарының һаны 60-ҡа етеүе, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә 11 умарталыҡ (әлеге ваҡытты берәү генә эшләй) барлыҡҡа килеүе, ә экспортҡа оҙатылған бал күләме 50-нән 500 тоннаға тиклем артыуы планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика