Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.06
+1.19
105.31
+0.56
79.41
-1.52
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2019, 18:32
Өфөлә асыҡ бассейн һәм термаль һырғалаҡ төҙөү күҙаллана
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө мэрияһында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә ҡалала «Өфөнөң ҡайнар сығанаҡтары» сәләмәтлек һәм ял үҙәктәрен төҙөү проекты менән таныштырҙылар.
Инвестор — «Ижевскиҙың ҡайнар сығанаҡтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы Юрий Бычков һөйләүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында асыҡ бассейн төҙөү күҙаллана. Бассейндың ябыҡ өлөшөндә рус һәм фин мунсаһы, Гималай саунаһы, төрөк хамамы, шулай уҡ аквапарк була.
Бынан тыш, шул уҡ инвестор тәүлек әйләнәһенә термаль һырғалаҡ ойошторорға тәҡдим итә.
Әлеге ваҡытта Удмуртияла ошондай ике сәләмәтлек һәм ял үҙәге тормошҡа ашырылған.
Бер үҙәктең хаҡы 500 миллион һум тора һәм 340 самаһы яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
http://www.bashinform.ru/news/1324339-v-ufe-planiruyut-postroit-otkrytyy-basseyn-i-termalnyy-katok/
Теги:
инвестициялар
проекттар
бассейн
термаль һырғалаҡ
Читайте нас: