10:04 (UTC+5), 26 Июня 2019

Радий Хәбиров Өфөнөң тимер юл вокзалын төҙөкләндереүгә 95 миллион һум бүлергә ҡушты

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына Өфө тимер юл вокзалын төҙөкләндереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 94,8 миллион һум бүлергә ҡушты. Республика етәксеһенең тейешле бойороғо Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Өфө тимер юл вокзалын ремонтлау өсөн аҡса «2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған бюджет аҡсаһының дөйөм күләме кәмеүе иҫәбенә» бүленә, тип билдәләнә документта.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына «бүленгән аҡсаны маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү» бурысы йөкмәтелә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йыл аҙағына тиклем вокзалдың иҫке бинаһының нигеҙен һәм конструкцияларын нығытыу, лифттарҙы, елләтеү һәм электр менән тәьмин итеү системаларын монтажлау күҙаллана.
Өфө вокзалын төҙөкләндереү 2004 йылда башланды. 2021 йылда баш ҡаланың тимер юл вокзалын тулыһынса ремонтлау планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика