Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июнь 2019, 10:00

Өфөлә бензин ҡиммәтләнде

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин һәм дизель яғыулығы йәнә ҡиммәтләнде.
Әйтәйек, АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 25 тингә артты һәм бөгөндән 41,40 һум тора. Atum-92 15 тингә ҡиммәтләнде — бер литры 42 һум. Atum-95 маркалы бензиндың хаҡы 25 тингә күтәрелеп, 44,45 һумға етте.
Дизель яғыулығының хаҡы 15 тингә артты. Хәҙер автомобиль хужаларына дизель яғыулығының бер литры 45,10 һумға төшә.
Читайте нас: