09:45 (UTC+5), 24 Июнь 2019

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр 46,65 һумға ҡиммәтләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 46,65 һумға арта, тип хәбәр итте Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. 1 июлдән республикала тариф 2% ҡиммәтләнә. Волга буйы федераль округының тағы һигеҙ төбәгендә хаҡ арта. Пенза өлкәһе һәм Пермь крайы тарифты 4%, Татарстан — 3%, Киров өлкәһе 2,8% күтәрҙе.
Башҡортостанда фатир өсөн түләүҙең 47,2% йылытыуға тура килә. Хеҙмәттең был төрө 1,85% арта. 1 Гкал йылылыҡ энергияһының хаҡы 1 июлдән 1992,89 һум була (элекке тариф — 1956,76 һум). Сағыштырыу өсөн: Түбәнге Новгород өлкәһендә 1 Гкал — 2363 һум, Ырымбурҙа 1586,66 һум тора.
Республикала электр энергияһына тариф 3,6% артып, 1 КВт сәғәт уртаса 3,17 һум була. Түбәнерәк тариф Ырымбур өлкәһендә генә – 3,08 һум. Волга буйы федераль округындағы иң юғары хаҡ Һамар өлкәһендә – 1 Квт сәғәт 4,17 һум.
Башҡортостанда газға тариф йыл башында бер кубометры 7,1 һум тәшкил итте (Һамарҙа — 7,38 һум, Һарытауҙа — 5,27 һум). 1 июлдән тариф 1,4% индексациялана — һөҙөмтәлә 7,2 һум.
Һыу менән тәьмин итеү 1,85% арта — бер кубометры 25,57 һумдан 25,96-ға тиклем. Һыу бүлеү – 1,4%: бер кубометры 25,91 һумдан 26,28 һумғаса. Хеҙмәттең ошо төрөнөң хаҡы буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе урында. Киров өлкәһе тарифы: һыу бүлеүҙең бер кубометры – 29,10 һум, һыу тәьминәтенең – 33,94 һум. Иң арзаны Сыуашстанда — 19,74 һум һәм 20,22 һум.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика