10:45 (UTC+5), 20 Июнь 2019

«Урал аръяғы–2019» инвестиция һабантуйының ҡунағы — Стивен Сигал

tvoykrasnogorsk.ru
tvoykrasnogorsk.ru
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 22 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм саҡырылған ҡунаҡтар, шул иҫәптән Голливуд актеры Стивен Сигал ҡатнаша. Форумдың модераторы — Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Александр Любимов.
Шулай уҡ форум секцияларында эшлекле мөхит булдырыу һәм бизнесты яҡлау, Рәсәйҙә туризм, экология һәм башҡа темалар тикшерелә. Сараның программаһы 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана.
Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы вәкилдәре ҡатнаша. Улар иң матур тирмәләр ҡора, ихаталар ойоштора. Милли уйындарҙан һәм конкурстарҙан тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «ZAINETDIN» этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар ҡатнашлығында байрам концерты көтә. Сарала Республика Башлығы призына милли көрәш турнир үткәрелә. Төп бүләк – автомобиль. Шулай уҡ ат сабыштары ойошторола. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.
«Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика