10:32 (UTC+5), 20 Июня 2019

Республиканың төньяҡ-көнсығышында 2031 йылға пенсионерҙар һәм эшләүселәр һаны тигеҙләшергә тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында миграция темптары һаҡланған осраҡта 2031 йылға субтөбәктә пенсионерҙар һаны 1000 эшләүсегә 900-гә етеүе мөмкин. Башҡорт дәүләт университеты доценты Вадим Прудников республика Дәүләт Йыйылышында «Башҡортостандың демографик үҫеше» түңәрәк өҫтәлендә тикшереү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте.
Бынан алда ғалимдар ун йыллыҡ аҙағына Асҡын, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман, Салауат, Балаҡатай, Ҡариҙел райондарына фараз биргәйне, ә хәҙер һөҙөмтәләрҙе сағыштыра алды. Тыуым һәм үлем күрһәткестәре – көтөлгәндән яҡшыраҡ, миграция иҫәбенә кәмеү буйынса насарыраҡ булып сыҡты.
Әйтәйек, 2018 йылда субтөбәктә 2089 сабый тыуған (фараз - 2010). Күрһәткес 2014 йыл кимәлендә һаҡланған. Үлем — 2578 осраҡ (2994). 2017 йылда – 1140, былтыр 1802 кеше күсеп киткән (фараз - 1072).
Артабан да былай барһа, 2031 йылға төньяҡ-көнсығыш райондарҙа пенсионерҙар һаны 1000 эшләүсегә 900-ҙән ашыуы мөмкин. Әле был күрһәткес 450 тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика