04:04 (UTC+5), 20 Июня 2019

Башҡортостанда Ишембай янында пляж, тау саңғыһы трассаһы һәм туристик база төҙөү күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Алдағы йылдарҙа инвестор Башҡортостандың Ишембай районында күмәкләп ял итеү зоналары ойошторорға һәм спорт-мәҙәни әһәмиәттәге комплекс төҙөргә ниәтләй. «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән ошо мәсьәлә тикшерелде.
Беренсе этапта — Ишембай ҡалаһында Тәйрүк күле буйында парк, пляж зонаһы булдырыу, икенсеһендә — ҡаланың саңғы базаһы биләмәһендә тау саңғыһы трассаһы (846 метр) һәм биатлон трассаһы, өсөнсөһөндә Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә «Патриот» хәрби-патриотик лагеры, «Күк-Ҡарауыҡ» туристик ауылы төҙөү күҙаллана.
«Тәйрүк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектҡа 1,3 миллиард һум йәлеп итергә уйлай. Яҡынса 10-15 йылдан хаҡы сығырға тейеш. Компания сит ил сәйәхәтселәре өсөн туристик юлламалар ойошторорға вәғәҙәләй. Мәскәү партнерҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
«Тәйрүк» компанияһы Ишембайҙа 2017 йылда теркәлгән, өс физик берәмек исемендә һәм микропредприятие булып тора.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе этаптың проектын хупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика