12:06 (UTC+5), 17 Июня 2019

Республикала дөйөм инвентаризациялау урындағы ҡаҙналарға 600 миллион һумға тиклем аҡса өҫтәргә тейеш

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2017-2018 йылдарҙа үткәрелгән дөйөм инвентаризациялау йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар бюджетына 600 миллион һумға тиклем һалым аҡсаһы инеүе мөмкин. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов хәбәр итте. Эште 2019 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау күҙаллана. Бөтәһе 4,4 миллиондан ашыу күсемһеҙ милек объекты тикшерелгән һәм эшкәртелгән.
«Күсемһеҙ милек объекттарын инвентаризациялау темптары, федераль мәғлүмәт адреслы системаһын тулыландырыу буйынса Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙә — өсөнсө, Волга буйы федераль округында беренсе урында», — тип билдәләне Олег Полстовалов.
Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Баймаҡ һәм Нуриман райондарында инвентаризациялау һәйбәт кимәлдә үткәрелгән. Өфөлә, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күрһәткестәрҙең түбән булыуы теркәлгән.
«Темпты кәметмәйбеҙ. Сентябрҙә муниципалитеттарҙың яңы йылға тиклем хәлде төҙәтергә ваҡыты булһын өсөн ағымдағы эштәр торошо тураһында мәғлүмәт тыңлайбыҙ, — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан етәксеһе. — Урындарҙа йыйылған аҡсаның аҙаҡтан халыҡҡа төҙөкләндерелгән ихаталар, яңы социаль объекттар рәүешендә кире ҡайтасағын аңлатырға кәрәк».
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында белдереүҙәренсә, инвентаризациялау барышында етешһеҙлектәр асыҡланған күсемһеҙ милек объекттары хужаларының бер ай эсендә «Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризациялау» учреждениеһында 30 процент ташлама менән межалау һәм техник план әҙерлеген рәсмиләштереү мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика