13:01 (UTC+5), 13 Июня 2019

Башҡортостанға халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү өсөн 282 миллион һум бүленә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡтан күсереү программаһының 2019-2020 йылдар этабын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамын алыуға ғаризаһын хупланы.
«Республикаға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ аҡсаһынан 282,42 миллион һум бүленә. Берлектә финанслау тәртибендә төбәк 63,4 миллион һум өҫтәй. Был аҡса 10 муниципалитет биләмәһендә урынлашҡан дөйөм майҙаны 8,38 мең квадрат метрлыҡ 206 авариялы йорттан 666 кешене күсереүгә йүнәлтелә», — тип белдерҙе Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡтан күсерелә.
Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһы раҫланған. Ул мохтаж ғаиләләрҙе 923 фатир менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Ғаиләләрҙе йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереүгә бюджеттан 1,6 миллиард һум бүленә. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған күп фатирлы йорттар индерелгән.
Программала Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл, Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолм, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мишкә, Прогресс, Приют, Глуховской шифаханаһы, Семилетка, Иҫке Балтас, Сурай ауылдары һәм башҡа тораҡ пункттар бар. Тулы исемлек менән бында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика