07:07 (UTC+5), 13 Июня 2019

Баш ҡалала күптән көтөлгән 80 миллион һумлыҡ «Сәғәт» фонтаны асылды

Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кисә, Рәсәй көнөндә һәм Ҡала көнөндә күптән көтөлгән «Сәғәт» фонтаны асылды.
Гидродинамик фонтан сәғәт формаһында ҡоролған. Фонтан һыуы төрлө бейеклектә урғыла, иң көслөһө ағымдағы ваҡытты күрһәтә. Төҫлө һәм көйлө фонтанды асыу тантанаһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Ленин исемендәге майҙандың ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны булып тороуын һәм фонтан тағы бер йәлеп итеү урынына әүерелерен билдәләне.
Сәғәт рәүешендәге фонтанды төҙөү 2014 йылдың июнендә, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы подрядсыны һайлау буйынса тендер иғлан иткәс башланды. Тәүҙә ул 2015 йылда эшләй башларға тейеш ине. Объект төҙөлөшөнөң суммаһы бер нисә тапҡыр — 50-нән 80 миллион һумға тиклем үҙгәртелде, өс йылда өс подрядсы алмашынды.
Аҙаҡтан дөйөм суммаһы 80 миллион һумлыҡ ике һуңғы контрактты 2018 йылдың мартында һәм сентябрендә «Уралагротехсервис» компанияһы алды һәм төҙөлөштө тамамлап ҡуйҙы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика