08:01 (UTC+5), 07 Июня 2019

Республика инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 16-сы урында тора

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында, уҙған йыл менән сағыштырғанда 7 пунктҡа күтәрелеп, 16-сы урынды алды. Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Стратегик башланғыстар агентлығы 2019 йылдың йомғаҡтарын иғлан итте.
Иң юғары рейтинглы төбәктәр иҫәбендә – Мәскәү, Татарстан һәм Төмән өлкәһе. Шулай уҡ быйыл тәүге унауға яңы төбәктәр – Калуга, Белгород һәм Ленинград өлкәләре инде.
2015, 2016 һәм 2017 йылдарҙа милли рейтингтың лидеры — Татарстан. Төмән өлкәһе иһә 2018 йыл йомғаҡтары буйынса алдынғы булды. Мәскәү яйлап ҡына үҙенең һөҙөмтәләрен нығытты һәм тәүге тапҡыр рейтингтың юғары баҫҡысын биләне.
«Быйыл тәүге егерме иҫәбенә эләгеү бик ауырға төштө. Бөгөн ошо исемлектәге төбәктәр былтыр иң яҡшы унау араһында булыр ине тип иҫәпләйбеҙ, — тине Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева. — Уҙған йыл менән сағыштырғанда 69 төбәк интеграль индексын яҡшыртты, ә 62 төбәк өс йыл рәттән тотороҡло үҫеш күрһәтә».
2019 йылдың үҫеш лидерҙары — Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут) Республикаһы, Приморье крайы, Һамар өлкәһе, Ҡырым Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Новгород өлкәһе, Калуга өлкәһе, Белгород өлкәһе, Ленинград өлкәһе.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика