11:15 (UTC+5), 06 Июня 2019

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов: Башҡортостанға «лайк» ҡуям

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүҙәр төҙөнө.
Беренсе булып Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәре араһында 2019-2022 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды. Документтарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов ҡул ҡуйҙы.
«Башҡортостанда һәйбәт динамиканы күрәм. Һеҙҙең эшегеҙ оҡшай, лайктар ҡуям, — тине Рөстәм Миңлеханов Радий Хәбировҡа. — Башҡортостан менән Татарстан — ике туғандаш республика һәм бер-береһенә ярҙам итергә тейеш».
Ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше үҫә, бөтә өлкәләрҙә лә тиерлек мөнәсәбәттәр нығый, ләкин эш фронты ҙур. Иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу бик кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республикалар араһында «юл картаһы»на ҡул ҡуйыу иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе яҡынайтыуға һәм нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышана Радий Хәбиров.
Документта, атап әйткәндә, 2020 йылда Татарстанда Башҡортостан көндәрен уҙғарыу ҡаралған.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйылған киләһе документ — Башҡортостан һәм «Ростелеком» йәмғиәте араһында «Аҡыллы ҡала» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында килешеү. Документҡа республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компания президенты Михаил Осеевский ҡул ҡуйҙы.
Проекттың төп йүнәлештәре иҫәбендә — ҡала ресурстары, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән идара итеүҙең һанлы системаларын булдырыу.
Яҡтар фекеренсә, идара итеүҙең заманса системаларын индереү республика ҡалаларында һәм райондарында энергия сығымдарын һиҙелерлек кәметергә, шулай уҡ халыҡтың хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә.
Проектты Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа ғәмәлгә ашыра башларға хәл ителде.
«Юлдарҙа фото, видеотеркәү беҙгә үлем осраҡтарын күпкә кәметергә мөмкинлек бирер ине, — тип ышана Радий Хәбиров. — Бурысыбыҙ — тиҙлекте арттырған өсөн водителдәрҙән аҡса йыйыу түгел, ә юлдарыбыҙҙа үлемде кәметеү. 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына трассаларҙа яңы камералар һанын мең данаға еткерергә уйлайбыҙ».
Ошо уҡ көндә Радий Хәбиров Кемеров өлкәһе губернаторы Сергей Цивилёв менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта һәм социаль өлкәлә төбәк-ара эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Кемерово өлкәһе — Кузбасс араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика