11:00 (UTC+5), 05 Июня 2019

Башҡортостан 2019 йылда онкология сирҙәре менән көрәшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтә

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Аҡса профилле медицина учреждениеларын яңынан йыһазландырыу өсөн бүленә, тип хәбәр итә ТАСС республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән. Ошо аҡсаның 651 миллион һумын Башҡортостан бюджеты бүлә.
2019 йылда онкология сирҙәре менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә, уның сиктәрендә дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға тейеш. Улар Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында күп профилле дауаханаларҙа ойошторола. Шулай уҡ республика онкология диспансерын, өс медицина ойошмаһын диагностикалау һәм дауалау медицина ҡорамалы менән йыһазландырыу, 67 берәмек махсус техника һатып алыу күҙаллана.
Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр? Был турала «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика