11:08 (UTC+5), 03 Июнь 2019

Республикала ауылда йәшәүселәргә селтәрле газға тоташыу өсөн субсидия бүленә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан властары ауыл халҡына газ үткәргестәргә тоташыуға субсидиялар йәки сертификаттар бүлергә ниәтләй. Улар ғаиләләргә сығымдың бер өлөшөн ҡапларға тейеш. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
«Беҙ ауылдарға газ индерәбеҙ, ә халыҡ тоташа алмай, сөнки хаҡы – 100 мең һумдан ашыу. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге тәжрибә менән танышып сыҡтыҡ. Мохтаждарға ошо эштәрҙе башҡарыуға субсидия йәки сетификат рәүешендә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ», – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәт ихаталар буйлап тикшереүҙәр уҙғарылған муниципалитеттарҙан мәғлүмәт йыя. Яҡынса 3,5 мең хужалыҡ ошо льготанан файҙаланырға әҙер булыуын белдергән дә инде. Республиканың Хеҙмәт министрлығы субсидиялар биреү тәртибен һәм уларҙы алырға хоҡуҡлы граждандар категориялары исемлеген әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика