05:32 (UTC+5), 03 Июня 2019

Өфө депутаттарының кемеһе бөтәһенән дә күберәк аҡса эшләгән

http://www.gorsovet-ufa.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө ҡала Советы депутаттары 2018 йылдағы килеме тураһында отчет бирҙе. Отчет ҡала Советы сайтында баҫылған.
34 депутаттан иң бай өсәү иҫәбендә — Артур Хажиғәлиев, Андрей Носков һәм Кирилл Бадиков.
Былтыр эшҡыуар Артур Хажиғәлиевтың килеме 204,74 миллион һум тәшкил иткән. Уның Рәсәйҙә һәм Төркиәлә фатирҙары, шулай уҡ теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған транспорты, кәмәһе бар. БМВ X5 һәм Porsche машиналары, шулай уҡ бер нисә баҡса участкаһы хәләл ефетенең исеменә яҙылған. Бер йылда ул 1 миллион һум самаһы аҡса эшләгән.
ПСК-6 компаниялар төркөмө етәксеһе Андрей Носков 164,96 миллион һумлыҡ килеме тураһында отчет биргән. Уның исемендә — 12 фатир, йорт, 27 ер участкаһы, 4 автомобиль, теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған транспорт, моторлы кәмә, бер нисә тағылма. Хәләл ефетенең эш хаҡы 136 мең һум тәшкил иткән. Ләкин уның ике йорто, ике фатиры, өс элиталы автомобиле, өс йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бинаһы, 35 ретро-автомобилдән һәм мотоциклдарҙан торған автопаркы бар.
«Өфө ҡала ипотека кредитлау агентлығы» акционерҙар йәмғиәте башлығы Кирилл Бадиков бер йылда 146 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә биш йорт, фатирҙар, ике йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бина һәм катер бар. Ҡатынының килеме — 133 миллион һум. Шулай уҡ уның килем тураһындағы декларацияһында йортта һәм фатирҙарҙа өлөшө, Land Rover автомобиле һәм йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналар иҫәпләнә. Ирле-ҡатынлы Бадиковтарҙың 300-ҙән ашыу ер участкаһы ла бар.
Республиканың «Хәрби сәнғәт союзы» президиумы рәйесе Александр Соснин (92,2 мең һум) һәм «Үҫеш биләмәһе» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Руслан Зиннәтуллин (255,4 мең һум) 2018 йылда бөтәһенән дә аҙыраҡ аҡса эшләгән. Декларацияға ярашлы, «Лаворс М» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Анатолий Горячев былтыр аҡса эшләмәгән.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика