09:03 (UTC+5), 31 Мая 2019

Башҡортостан Молдоваға автобус, троллейбус һәм ауыл хужалығы техникаһын оҙатырға әҙер

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Молдова менән тауар әйләнешен арттырырға әҙер һәм, нефть химияһы продукцияһынан тыш, республикабыҙҙың машиналар эшләү заводтарында етештерелгән техника оҙатырға ниәтләй. Башҡортостан автобус һәм троллейбус, шулай уҡ ауыл хужалығын техникаһы менән тәьмин итергә әҙер. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Молдованың һәм Башҡортостандың эшлекле даирәләре осрашыуы барышында ошо турала белдерҙе.
«Республика һәм Молдова араһындағы тауар әйләнеше әлегә ҙур түгел, ләкин уны үҫтереү өсөн ҡеүәт бар. Башҡортостанға, һис шикһеҙ, хаҡ – сифат нисбәте буйынса шарап етештереү продукцияһы ҡыҙыҡлы. Юлдан тайпылмағандар ғына маҡсатына өлгәшә, бер йылдан беҙ икенсе һандар тураһында һөйләрбеҙ», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Молдова Президенты Игорь Додон әйтеүенсә, уның Башҡортостанға сәфәре һәм ҡул ҡуйылған килешеүҙәр оҙайлы дуҫлыҡҡа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек үҫешенә нигеҙ һалырға тейеш.
«Рәсәй — Молдованың стратегик партнеры һәм беҙҙең ил унһыҙ йәшәй алмай. Рәсәй шулай уҡ илебеҙ иҡтисадына беренсе һанлы сит ил инвесторы булып тора. Былтыр тауар әйләнеше бер миллиард долларҙан ашыу тәшкил итте, ләкин был һан беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй», — тине Игорь Додон.
Ул, Молдованың бөтәһе өсөн дә асыҡ һәм ҡунаҡсыл булыуын билдәләп, республика эшҡыуарҙарын үҙҙәренең иленә саҡырҙы. Ил Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе, Евросоюз илдәре һәм Төркиә менән ирекле сауҙа алып бара, Молдовала етештерелгән тауарҙарҙы пошлинаһыҙ һатырға мөмкин. Илдә яңы производстволар булдырыу, инвестициялар һалыу өсөн буш иҡтисади зоналар, майҙансыҡтар бар.
«Беҙҙә башҡа секторҙар, атап әйткәндә, IT-технологиялар әүҙем үҫешә. Ләкин илебеҙ туризм күҙлегенән дә бик ҡыҙыҡлы. Молдоваға Рәсәйҙән туристар аҙ килә, йылына 200 мең генә, ул рәсәйҙәр өсөн асылмаған әле», — тип билдәләне Игорь Додон.
Молдова Президенты Башҡортостан делегацияһын сентябрь аҙағында Кишиневҡа ике дәүләт төбәктәре форумында ҡатнашырға саҡырҙы.
Гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлектең яңы кимәлгә сығыуы мөмкин. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин Игорь Додондың вуз студенттары менән осрашыуынан һуң йәштәрҙең Молдоваға ҡыҙыҡһыныуы уяныуын билдәләне.
«Өфө һәм Молдова юғары уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу тураһында мәсьәләне өйрәнербеҙ. Был башланғысты студенттар үҙҙәре тәҡдим итте. Мин Молдованың Славян университеты ректоры менән бәйләнешкә сыҡтым, беҙ ошо мәсьәләне ентеклерәк тикшерергә һөйләштек», — тине Николай Морозкин.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика