10:47 (UTC+5), 29 Мая 2019

«БАШБИОСПИРТ» һәм Булгаков — «Башспирт» ребрендинг үткәрергә йыйына

drinkbay.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башспирт» холдингы ребрендинг үткәрергә йыйына. Производство Нижегородканан Булгаков ҡасабаһына күсә һәм яңы завод «БАШБИОСПИРТ» тип атала башлай. Дәүләт компанияһының Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалаларындағы башҡа предприятиеларына ла шундай исем бирелә. Был хаҡта дәүләт компанияһының директорҙар советы ултырышында уның генераль директоры Рәүеф Ноғоманов хәбәр итте. Яңы исем Башҡортостан холдингы продукцияһының төп сифаттарын билдәләргә тейеш, тип иҫәпләй компания етәкселеге.
Әлеге ваҡытта инвестиция проектын тормошҡа ашырыу юлдың уртаһындараҡ. Бер миллиард һум инвестиция үҙләштерелгән, тағы 1,6 миллиард һалырға кәрәк, тине генераль директор. Файҙаланыуға тапшырыу 2021 йылға билдәләнгән. Компанияның элекке етәкселеге төҙөлөш өсөн Булгаков ҡасабаһын һайлаған, сөнки бында шәхси ер участкаһы булған. Яңы менеджмент производствоны ҡасабала асыуҙы уңышһыҙ ҡарар тип иҫәпләй, ләкин проектты кире бороу мөмкин түгел, тип белдерҙе Рәүеф Ноғоманов.
«Булгаков – ҙур тораҡ пункт, уның үҙ тормошо, халыҡҡа ҡамасауламаҫҡа тырышырға кәрәк, — тине йыйылышта дәүләт вәкиле булараҡ ҡатнашҡан республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. — Йөк тейәгән фуралар ҡасаба аша йөрөмәһен өсөн урау юл һалыу тураһында уйлау, ә әлегә ЮХХДИ менән иң хәүефһеҙ маршрутты ентекле өйрәнеү зарур».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика