12:45 (UTC+5), 29 Мая 2019

1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы индерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала. Шул ваҡыттан алып Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ҡала һәм ҡала яны бәйләнешендәге йәмәғәт транспортында уның менән файҙаланырға мөмкин, тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
«Берҙәм транспорт картаһы бөтә ташыусыларға ла ҡағыла һәм халыҡҡа юл хаҡы өсөн түләгәндә берҙәм түләү сараһы менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә», — тине «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Транспорт картаһының хаҡы 50 һум була. Водителдән билет һатып алыу мөмкинлеге һаҡлана, ләкин ул ҡиммәтерәккә төшә.
«Һис шикһеҙ, водителдән һатып алған билет ҡиммәтерәк була. Бөгөн республикала билеттың сикке суммаһы — 25 һум. Шуға ярашлы, автобуста бер тапҡыр теге йәки был яҡҡа йөрөү ошо сумманан юғарыраҡ булмаҫ», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киосктарында, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн барлыҡ льготалар һаҡлана.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың киләһе этабында Берҙәм транспорт картаһының төрлө тарифтарын индереү күҙаллана. Һүҙ, атап әйткәндә, транспорттың төрлө төрҙәрен файҙаланыу тураһында бара.
«Тәү сиратта был Өфө агломерацияһына ҡағыла. Мәҫәлән, Өфөнән алыҫтағы тораҡ пункттан йәки Шакшанан, икенсе тораҡ пункттан юлға сыҡҡан кеше транспорттың төрлө төрҙәрендә берҙәм тариф буйынса транспорт картаһы менән ҡуллана ала. Беренсе этапта, был автобус. Киләсәктә троллейбустарҙы, трамвайҙарҙы, ҡала электричкаһын йәлеп итеү күҙаллана», — тип өҫтәне Тимур Мөхәмәтйәнов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика