07:12 (UTC+5), 28 Мая 2019

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе бер йылда 5 миллион һумға яҡын аҡса эшләгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин былтыр 4,9 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә ике машина урыны һәм бер йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бина бар. Уның беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов фатирға хужа, ул бер миллион һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ килеме тураһында декларация тапшырған. Бәшировтың хәләл ефете милкендә — Land Rover Range Rover Sport һәм Toyota Corolla автомобилдәре, шулай уҡ машина урыны.
Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең тағы бер урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов үҙенең декларацияһында 4 миллион һумлыҡ килемен күрһәткән. Ул өлөшләтә милектә фатирға эйә.
Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов 2018 йылда 4,8 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә Toyota Land Cruiser 150 автомобиле бар. Ирле-ҡатынлы Касьяновтар өс фатирға, бер гараж боксына, ер участкаһына һәм йортҡа эйә. Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретарының хәләл ефете 4,9 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән мөлкәтте һатыуҙан килгән килемен күрһәткән. Уның Toyota Lexus RX 300 автомобиле лә бар.
28 мартта республика Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнгән Азат Ғәлин Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә, мөлкәтте һатыуҙан килгән килемде лә иҫәпкә алып, бөтәһенән дә күберәк аҡса эшләгән. Уның декларацияһында 10,5 миллион һумлыҡ килем, өлөшләтә милектә бер фатир һәм Subaru Forester автомобиле күрһәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика