10:16 (UTC+5), 28 Мая 2019

Башҡортостанда милли проект сиктәрендә 2 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡтан күсерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсерелә, тип белдерҙеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. 2019-2024 йылдарҙа граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү адреслы программаһы мохтаж ғаиләләргә 923 фатир бүлергә мөмкинлек бирергә тейеш. Ғаиләләрҙе йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереүгә бюджеттан 1,6 миллиард һум йүнәлтелә.
Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы һәм һүтелергә тейеш тип танылған күп фатирлы йорттар индерелгән.
Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 1 649,22 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан — 1 346,87 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан — 27,48 миллион һум, муниципаль берәмек бюджетынан — 274,87 миллион һум.
Әлеге программаға Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалалары, Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолм, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мишкә, Прогресс, Приют, Глуховской шифаханаһы, Семилетка, Иҫке Балтас, Сурай ауылдары индерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был республикала граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса тәүге программа түгел. Бынан алдағы адреслы программа 2013-2017 йылдарҙа тормошҡа ашырылды, уның буйынса 8 732 торлаҡтан 24,5 мең кеше күсерелде.
2015 йылдан республикала 2015-2019 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһы ла бойомға ашырыла. Республика программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 2 446,1 миллион һум тәшкил итә, шуның 2 009,8 миллион һумы — Башҡортостан бюджеты, 436,3 миллион һумы муниципаль берәмек ҡаҙнаһы аҡсаһы.
Бөгөнгә 72 авариялы йорт, дөйөм майҙаны 28,6 мең квадрат метрлыҡ 700 бинанан 1865 граждан күсерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика