06:44 (UTC+5), 27 Май 2019

Өфө ҡаланың Тыуған көнөн ойоштороуға 1,5 миллион һум тотонорға әҙер

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө хакимиәте 12 июндә ҡаланың Тыуған көнө уңайынан һигеҙ майҙансыҡта байрам сараларын ойоштороу өсөн 1,5 миллион һум тотонорға әҙер. Рәсми сайтта баҫылған дәүләт һатып алыуҙары документтарына ярашлы, аҡса сценарий яҙыуға, режиссер-ҡуйыусы һәм техник төркөм, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары, операторҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелә.
«2019 йылдың Ҡала көнөнә арналған байрам программаһы юғары художестволы тематик театрлаштырылған тамашанан торорға тейеш. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы символикаһын трансляциялау һәм «Өфө – Беренсе Республиканың баш ҡалаһы» театрлаштырылған тамашаһын ойоштороу мотлаҡ», — тиелә документтарҙа.
Бынан тыш, аукцион еңеүсеһе сәхнә ҡороуҙан тыш, байрам тамамлағас, ике сәғәт эсендә конструкцияны һүтеп алырға бурыслы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфө 445-се тыуған көнөн билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика