11:43 (UTC+5), 24 Мая 2019

Республикала торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ипотека ставкаһы 5,5% тиклем кәметелгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
«Уралсиб» банкы ағымдағы йылдың 27 майынан 6 йылға вклад асҡан граждандар өсөн ипотека кредиты буйынса ставканы йылына 5,5% билдәләргә хәл итте (элек 6% ине). Биш йылға иҫәпләнгән вкладтар өсөн — йылына 6% (элек 7% ине)», — тип белдерҙе Башҡортостандың ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү буйынса дирекция етәксеһе Евгений Декатов.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин фекеренсә, бындай үҙгәрештәр ипотека ставкаһын кәметеү йәһәтенән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын һәм «Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булып тора.
«Был — Рәсәй Президентының «май» указында нығытылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү һәм граждандарға торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыу юлында ҙур аҙым», — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы бойомға ашырыла, 2017 йылдың уртаһынан ошо программаның тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы.
Әлеге ваҡытта төбәктә ошо программа ярҙамында 1,4 меңдән ашыу ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика