11:03 (UTC+5), 22 Мая 2019

Мәғариф һәм фән министрлығы Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттары етәкселәренең эш хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йыл өсөн ведомство ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары етәкселәренең хеҙмәт хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған. Был исемлектә Башҡортостандың дүрт вузы — Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты бар.
Исемлеккә ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты ректоры уҙған йылда 455 мең һумлыҡ уртаса айлыҡ эш хаҡы алған, уның һигеҙ урынбаҫары — 114 меңдән (дөйөм мәсьәләләр буйынса проректор) 661 меңгә тиклем (фәнни эш буйынса проректор). Юғары уҡыу йортоноң баш бухгалтеры — 140 мең һум, баш бухгалтер вазифаһын башҡарыусы 215,2 мең һум алған.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректорына ай һайын уртаса 258 мең һум, ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға 125 мең һум түләнгән. Өс проректор — 147 меңдән 190 мең һумға тиклем, баш бухгалтер — 167,5 мең һум.
Былтыр нефть университеты ректорының уртаса эш хаҡы — 272,7 мең, баш бухгалтерҙың — 201,2 мең, алты проректорҙың — 176 меңдән 209 мең һумға тиклем.
Авиация университеты: ректор — 352,7 мең, биш проректор — 157,8 меңдән 267 меңгә тиклем, 2018 йылда баш бухгалтерҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 256 мең һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика