11:01 (UTC+5), 21 Мая 2019

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығына Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 илдән, улар иҫәбендә АҠШ, Германия, Италия, Швейцария, Ҡытай, Һиндостан, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар, 350 компания йыйылды. Шулай уҡ сара дәүләттән, фәндән, сәнәғәттән һәм бизнестан тармаҡтың алдынғы эксперттарын берләштерҙе. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
«Өфө сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең иң йоғонтоло, көслө тармағы вәкилдәрен үҙенә йыйҙы, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Шуныһы ҡыҙыҡлы: форумды 27-се тапҡыр уҙғарабыҙ, ошо ваҡыт эсендә тотош быуын үҫеп етеп, нефть һәм газ химияһы тармағында эшләп йөрөй».
Быйыл күргәҙмәнең төп темаһы – тармаҡты һанлыға үҙгәртеү. Был – Рәсәй һәм донъя иҡтисады үҫешенең яңы йүнәлеше. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән 14 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан күргәҙмә стендтарын ҡарап сыҡты. Бында ҙур нефть химияһы предприятиелары, нефть машиналары эшләү лидерҙары, шул иҫәптән «Башнефть», «ЛУКОЙЛ», «Транснефть», «Газпром трансгаз» һәм башҡа компаниялар менән танышырға мөмкин.
Дүрт көн буйына 30-ға яҡын эшлекле сара, секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар була. Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһына Финляндия, Ҡытай, Белоруссия, Пермь крайы һәм илдең башҡа төбәктәренән делегациялар килде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика