Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2019, 15:30

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 мең һумға еткән

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хеҙмәт министрлығының Росстат мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы быйыл март айында 34 996 һум тәшкил иткән.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 355 һумға тиң.
2019 йылдың I кварталында эшсе көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 1,894 миллион кешенән ашҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһына ярашлы, төбәктә эшһеҙҙәр һаны — 86,3 мең кеше.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле 4,6 процентҡа тиң.
Читайте нас: