09:02 (UTC+5), 21 Май 2019

Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны дүрттән бер өлөшкә артҡан

Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Росстат мәғлүмәтенә ярашлы, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 86,3 мең кеше тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда 18,1% кәмерәк, тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында.
Башҡортостанда мәшғүл халыҡ һаны 1,808 кешенән артҡан, был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 55,1% тап килә.
Төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы иҫәпләүҙәре буйынса, иҡтисади әүҙем халыҡ һанынан 4,6% тәшкил иткән.
Сағыштырыу өсөн: илдә эшһеҙлек кимәле — 4,8%, Волга буйы федераль округында 4,4% тиң.
Уҙған йылда республикала — 5,4%, Рәсәйҙә — 5,1%, Волга буйы федераль округында — 4,7%.
Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың башынан Башҡортостанда 19,9 мең кеше эшһеҙ статусын алған. Был 2018 йылдың ғинуар-апреленә ҡарағанда 25,8% күберәк.
1 майға мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 23,2 мең кешенән ашҡан. Йыл башы менән сағыштырғанда, был 18,7% күберәк, тип йомғаҡ яһанылар ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика