07:33 (UTC+5), 21 Мая 2019

Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн көҙ көнө тамамлау күҙаллана

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡариҙел районында йылға аша күпер төҙөлөшөн ағымдағы йылдың октябрендә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов. Быйыл Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһының 10 саҡрымы ла файҙаланыуға тапшырыла, күпер ошо юлдың бер өлөшө булып тора.
«Апрелдә Мәскәү Күперҙәр һәм гидротехник ҡоролмалар ғилми-тикшеренеү институты белгестәре Ҡариҙел күперендә һынау үткәрҙе һәм ыңғай һығымта сығарҙы, — тине Тимур Мөхәмәтйәнов. — Уны төҙөү урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул йыл әйләнәһенә район үҙәге менән транспорт бәйләнешен тәьмин итергә тейеш».
Юлдың ҡалған 61 саҡрымын 2022 йылда һалып бөтөү күҙаллана. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу транспорт бәйләнешен бөтөнләй үҙгәртә. Трасса төньяҡ-көнсығышты Башҡортостандың үҙәге менән тоташтыра. М-7 һәм М-5 трассалары бер аҙ бушай. Республиканың төньяғында йәшәүселәргә Силәбе һәм Свердловск өлкәләре яғына сығыу күпкә ябайлаша. Киләсәктә был юл Екатеринбург – Ҡазан юлының бер өлөшө булырға тейеш.
Әле проекттың хаҡы 4,1 миллиард һумға баһалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика