10:14 (UTC+5), 20 Мая 2019

Киң мәғлүмәт саралары Һаҡлыҡ банкы терминалдары аша аҡса урлауҙың яңы схемаһы тураһында хәбәр итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкының түләү терминалдарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын урлау осраҡтары йышайҙы. Эксперттар мутлашыусылар ҡулланған ысулды ҡоролмаларҙың камил булмауы менән аңлата, тип хәбәр итә «РБК» «Коммерсантъ» гәзитенә һылтанма менән.
Яңы мутлашыу схемаһының асылы шуға ҡайтып ҡала: енәйәтсе терминал янына килә, уға банк картаһын ҡуймай, ниндәй ҙә булһа операцияны һайлай һәм уны тамамламай. Һөҙөмтәлә сиратта торған икенсе кеше экранда картаны ҡуйырға һәм пин-кодты индерергә тигән яҙыуҙы күрә. Ошоларҙың барыһын да эшләгәс, бынан алдағы операция автоматик рәүештә тамамлана һәм кеше үҙенең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Билдәләнеүенсә, трюк ҡорбан минут ярым эсендә пин-кодын индереп өлгөргән осраҡта ғына эшләй. Оҙағыраҡ ваҡыт үтһә, терминал операцияны туҡтата.
Һаҡлыҡ банкында банкомат экранындағы мәғлүмәт менән ентекле танышырға, шулай уҡ эргә-тирәлә шикле кешеләрҙең булыу-булмауына иғтибар итергә кәңәш бирҙеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика