11:58 (UTC+5), 20 Мая 2019

Башҡортостанда бөтә ғаиләләр ҙә даими нигеҙҙә балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсация алырға тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда бөтә ғаиләләрҙең (күпме килем алыуы мөһим түгел) балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсация алыуға хоҡуғын нығытырға тәҡдим ителә. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 майҙағы пленар ултырышта «Мәғариф тураһында»ғы законға даими нигеҙҙә мохтажлыҡ критерийы тураһында норманы бөтөргән үҙгәрештәр ҡабул итергә ниәтләй. Бынан алда республика парламенты ике тапҡыр мохтажлыҡ критерийы хаҡында норманы бөтөргән закондар ҡабул итте. Хәҙер республикала бөтә ғаиләләр ҙә, килеменә ҡарамайынса, тулы күләмдә компенсация ала. Ләкин был бер йылға билдәләнгән ваҡытлыса норма ине.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, әлеге законды ҡабул итеү балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итергә, демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Ошондай ярҙам күп кенә ғаиләләр өсөн бик мөһим, айырыуса ауыл ерендә. Әле ата-әсәләргә киләһе йылда уны алырҙармы-юҡмы тип баш ватырға тура килә. Беҙ кешеләрҙең уға иҫәп тотоуҙарын теләйбеҙ», — тине Константин Толкачев.
Компенсацияларҙың күләме баҡсаға йөрөгән балалар һанына бәйле. Беренсе балаға компенсация – уртаса түләүҙән 20 проценттан кәм булмаған күләмдә, икенсеһенә – 50 проценттан кәм түгел, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына – 70 проценттан кәм түгел.
Ҡабул ителгән осраҡта, яңы закон 2020 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика