11:58 (UTC+5), 17 Май 2019

Рәсәйҙәргә күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 450 меңде нисек алырға икәнен аңлаттылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Финанс министрлығы ишле ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум биреү тәртибен ябайлаштырырға тәҡдим итте. Хөкүмәт ҡарары проектына ярашлы, заемсыларға программала ҡатнашыу хоҡуғын раҫлаған документтар менән ипотека алған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип хәбәр итә «Российская газета» баҫмаһы.
Банк, үҙ сиратында, был документтарҙы «ДОМ.РФ» йәмғиәтенә ебәрә, унда уларға тикшереү үткәрелә, шунан «ДОМ.РФ» аҡсаны кредитты ҡаплауға йүнәлтеү-йүнәлтмәү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүге осраҡта ул банкка ипотеканы ҡаплау иҫәбенә 450 мең һум күсерә (әгәр кредиттың ҡалған суммаһы аҙыраҡ булһа, шунса күләмдә). «ДОМ.РФ» йәмғиәтенә ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан махсус субидиялар бүленә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта, ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум алырға мөмкин. Был яңы ярҙам механизмын хөкүмәт президенттың ҡушыуы буйынса әҙерләй. Уны тормошҡа ашырыуға 2019 йылда хөкүмәт үҙенең резерв фондынан 15 миллиард һум бүлергә ҡарар итте.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә кредит түләгән осорҙа балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса түбәнәйтелгән ставканың ғәмәлдә булыуы, ишле ғаиләләргә торлаҡ кредитын ҡаплау өсөн 450 мең һум түләү мөмкинлеген иҫәпкә алыу тураһында белдерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика