08:11 (UTC+5), 17 Мая 2019

Өфө алдағы өс йылда мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә 300 миллион һумдан ашыу тотонорға ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылда Өфө хакимиәте ҡала мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауға 100,3 миллион һум тотонорға ниәтләй. Киләһе ике йылда (2021 йылға тиклем) йыл һайын 102,7-шәр миллион һум бүлеү күҙаллана. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте ҡарарында хәбәр ителә.
Атап әйткәндә, быйыл төҙөкләндерелергә тейешле социаль объекттар исемлегендә Сипайлово биҫтәһендә, Баланов-Яңы-Александровка ҡасабаһында Башҡорт атлы дивизияһы урамы һәм Хеҙмәт геройҙары бульвары сатында, Глумилин биҫтәһендә, «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендә, Онего урамында урынлашҡан балалар баҡсалары, Баланов-Яңы-Александровка, «Затон-Көнсығыш» мәктәптәре, 11-се Аксаков гимназияһы, 8-се мәктәп һәм башҡалар бар.
Әлеге ваҡытта бөтә объекттарҙа проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индереү, тикшеренеү эштәре бара. Төҙөүселәр эҙләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика