08:30 (UTC+5), 16 Мая 2019

Рәсәйҙәрҙең отпускыһына тағы бер көн өҫтәйҙәр

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы диспансерлаштырыу үтеү өсөн йыл һайын отпускыға тағы бер көн өҫтәү тураһында ҡануниәткә төҙәтмә әҙерләй. Әлеге ваҡытта ошондай ял көнө өс йылға бер тапҡыр бирелә, тип хәбәр итә «Известия» .
Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр премьер-министр Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса әҙерләнә. Ул Хеҙмәт министрлығына 40 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн йыл һайын өҫтәмә буш көн тураһында проектты 20 июнгә тиклем тапшырырға ҡушты.
Йыл башынан илдә эшләгән һәр кем өс йылға бер тапҡыр отпускыһына өҫтәмә көн алырға хоҡуҡлы. Пенсия алды йәшендәгеләр иһә ике көн.
6 майҙа ошо медицина тикшереүен үткәреүҙең яңы тәртибе үҙ көсөнә инде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдименә ярашлы, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын тикшерелергә тейеш.
18-39 йәшлектәр өсөн медицина тикшереүен үтеү ваҡыты әүәлгесә һаҡлана, тип билдәләй баҫма.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика