12:30 (UTC+5), 14 Мая 2019

Башҡортостанда зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы иҫәпкә алыу системаһын индергән закон үҙ көсөнә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Сибайҙа экологик хәлгә бәйле ваҡиғаларҙан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр ҡабул итте. Закон һыу менән тәьмин итеү системаһына зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы кешеләрҙе билдәләгән яңы статья индерә.
«Бынан тыш, экологик хәүефле объекттарҙы зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы иҫәпкә алыуҙың һәм ошо мәғлүмәттәрҙе тирә-йүнде бысратҡан объекттар реестрына тапшырыуҙың автоматик иҫәпләү системаһы менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тотҡан норма беркетелгән. Был бысратыу сығанаҡтарын тиҙерәк һәм объектив асыҡларға мөмкинлек бирергә тейеш», — тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Закон тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫир өсөн дә түләү тәртибен күҙ уңында тота, экологик зыянды кәметеүсе яңы технологиялар ҡулланған предприятиеларҙы иҡтисади дәртләндереү алымдары билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика