07:28 (UTC+5), 13 Мая 2019

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 60% яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөнгә Башҡортостан аграрийҙары 1,2 миллион гектар майҙанда яҙғы культуралар сәскән. Был планға ҡарата 60% тәшкил итә. Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүҙең графиктан ике аҙнаға алдараҡ барыуы тураһында хәбәр итте. Илеш, Ауырғазы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Баҡалы райондарында сәсеү эштәре тамамлана. Ә Учалы, Краснокама, Балаҡатай райондарында яңыраҡ ҡына сәсеүгә төшкәндәр.
«Иртә яҙғы культураларҙы сәсеү эштәрен 25 майға тамамларға уйлайбыҙ, 10 июнгә тиклем ҡарабойҙай сәсеү тамамлана, уңайлы һауа шарттарына өмөт итәбеҙ», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Уның һүҙҙәренсә, республикала, субсидиялар һәм лизинг кеүек шарттар булдырылыуға ҡарамаҫтан, заманса сәсеү комплекстары етешмәй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, әгәр республика аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһына мохтаж икән, уны һатып алырға кәрәк.
Быйыл Башҡортостанда 140 мең гектар майҙанда ужымдың һәләк булыуынан зыян 1 миллиард һум тәшкил итте. 42 райондағы баҫыуҙар зыян күрҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика