12:02 (UTC+5), 13 Мая 2019

Башҡортостанда фермерҙарға һәм кооператорҙарға грант ярҙамына 406 миллион һум бүленә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2019 йылда ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативының матди-техник базаһын үҫтереүгә, яңы эш башлаған фермерға ярҙам күрһәтеүгә һәм ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә тәғәйенләнгән гранттарға дәғүәселәрҙе һайлап алыу этабын башлай. Быйыл грант ярҙамының өс төрөнә ике кимәлдәге бюджеттарҙан 406 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙан яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар өсөн – 56 миллион һум, ғаилә малсылыҡ фермаларына – 250,4 миллион, ауыл хужалығы кооперативтарына – 100 миллион һум.
Уҙған йылда фермерҙарға һәм кооперацияға булышлыҡ итеүсе грант программаларын тормошҡа ашырыуға 750 миллион һум бүленде (федераль ҡаҙнанан – 400 миллион һум самаһы һәм Башҡортостан бюджетынан – 350 миллион һум). Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның суммаһы 260 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды.
Документтар 2019 йылдың 24 майынан 31-енә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 415-се бүлмә, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр. Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-64.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика