10:30 (UTC+5), 08 Мая 2019

Республикала ниндәй фермерҙарҙың, ауыл хужалығы кооперативтарының гранттар һәм субсидиялар аласағы билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте «Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү» төбәк программаһы буйынса гранттар һәм субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Республика проекты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Финанс ярҙамына түбәндәгеләр иҫәп тота ала:
– фермер хужалыҡтары «Агростартап» гранты рәүешендә 3 миллион һумға тиклем. Әгәр ошо гранттың бер өлөшөн крәҫтиән (фермер) хужалығы ағза булып торған ауыл хужалығы етештереү кооперативының бүленмәгән фондын ойоштороу өсөн файҙаланыу күҙ уңында тотола икән, гранттың суммаһы 4 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин;
– ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары ағымдағы йылда тотонолған сығымды ҡаплауға — сығымдың 50% тиклем;
– ауыл хужалығы кооперациялары өлкәһендә компетенциялар һәм маҡсатлы сығымдарҙы берлектә финанслау рәүешендә фермерҙарға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре.
Норматив документация раҫланғас, конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул итеү башлана. Ошо хаҡта мәғлүмәт Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтына урынлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика