11:59 (UTC+5), 07 Мая 2019

Радий Хәбиров Өфө – Аэропорт юлын төҙөкләндереүгә бәйле хәлде асыҡларға ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн «Транспорт сәғәте»ндә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына Өфө – Аэропорт автомобиль юлын төҙөкләндереүгә бәйле хәлде асыҡларға ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, баш ҡалала йәшәүселәр был трассаның торошо һәм унда даими барлыҡҡа килгән тәгәрмәс эҙҙәре буйынса тулыһынса нигеҙле һорау бирә. Республика етәксеһе киләһе кәңәшмәлә юлдың әлеге участкаһын ремонтлау өсөн күпме аҡса тотонолғаны, төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың етәкселәренә ҡарата ниндәй административ йәки башҡа саралар күрелгәне тураһында еткерергә, шулай уҡ асфальт-бетон япмаһына лаборатор анализ үткәрергә һәм подрядсының Өфөнө аэропорт менән бәйләгән автомобиль юлында ниндәй эштәр башҡарырға ниәтләүе хаҡында һөйләргә ҡушты.
«Беҙ унда бер тапҡыр һәйбәт ремонт эшләй алмайбыҙмы ни, өфөләрҙең ризаһыҙлығын аңлайым, хәҙер төрлө заманса технологиялар һәм материалдар бар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылда Өфө — Аэропорт автомобиль юлын төҙөкләндереүгә 291,8 миллион һум тотоноу күҙаллана. Әле унда ЮХХДИ ҡушыуы буйынса юлдағы тәгәрмәс эҙҙәрен бөтөрөү өсөн асфальттың өҫкө ҡатламын алалар. Юлсылар ремонт эштәрен 13 майҙа башларға ниәтләй.
2017 йылда Өфө властары дәүләт һатып алыуҙары сайтында Өфө — Аэропорт трассаһын төҙөкләндереүгә хаҡы 143 миллион һумлыҡ заявка урынлаштырҙы. Техник эшкә ярашлы, подрядсы Салауат Юлаев проспектынан алып М-5 «Урал» автомобиль юлына тиклем юл участкаһын ремонтларға, шулай уҡ юлсылар Ағиҙел күперендәге асфальтты яңыртырға тейеш ине.
Бынан алда Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары 2012-2015 йылдарҙа Өфө — Аэропорт трассаһын ремонтлауға 1,5 миллиард һум самаһы аҡса бүленеүе тураһында яҙып сыҡты. Һуңғы ете йылда юлдың ошо участкаһына яҡынса 2 миллиард һум тотонолдо.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика