Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2019, 11:51

Хәйбулла районында ҡышлаған ҡара сиңерткәнең 40% иҫән ҡалған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхозцентр
Башҡортостан Республикаһы буйынса Россельхозцентр
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәре Хәйбулла районы баҫыуҙарында 3,3 мең гектарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә ҡара сиңерткәнең иҫән ҡалыу мөмкинлеге 40% тәшкил итеүен асыҡлаған. 75 гектарҙа ҡоротҡостоң ҡарышлауығы табылған.
Ҡоротҡостоң уртаса һаны 60% йәшәүгә һәләтлелек менән бер квадрат метрҙа 1-2 ҡабыҡ тәшкил иткән. Әле Башҡортостанда бөжәктәр юҡ, ә бына күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә улар күренә башлаған инде.
Ҡара сиңерткәнең үрсеүе һауа шарттарына бәйле. Ҡоротҡос эҫене һәм ҡоролоҡто ярата, яуым-төшөмһөҙ осорҙан һуң бер-ике йыл үткәс, уларҙың күбәйеүе күҙәтелә.
Читайте нас: