04:16 (UTC+5), 07 Мая 2019

Башҡортостандың Финанс министрлығы республиканың 10 эре һалым түләүсеһен атаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Финанс министрлығы 2018 йылда республиканың 10 эре һалым түләүсеһен атаны. Алты сәнәғәт предприятиеһы, өс алкоголь етештереү компанияһы һәм банк республика бюджеты һалым килеменең 43,7% тәьмин иткән. 2017 йылда ошо уҡ компаниялар керемдең 36,9% тәьмин иткән.
«Башнефть» йәмғиәте —27,9% өлөш (2017 йылда 16,8% )
«Газпром» йәмғиәте — 3,2% (3,5%)
«Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» йәмғиәте — 2,3% (3,1%)
«Мәскәү – Эфес һыра ҡайнатыу заводы» акционерҙар йәмғиәте — 2,2% (2,8%)
«Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте — 1,7% (1,8%)
«Башспирт» акционерҙар йәмғиәте — 1,7% (2,8%)
«Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 1,4% (2,1%)
«Хейнекен берләшкән һыра ҡайнатыу заводтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — 1,2% (1,2%)
«Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» йәмғиәте— 1,2% (1,5%)
«Транснефть» йәмғиәте — 0,9% (1,2%).
Ойошмалар табышына һалымдан килем бюджетҡа керем күләме буйынса икенсе булып тора. Тәүге урында НДФЛ ҡала — физик берәмектәр килеменә һалым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика