Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2019, 14:08

Салауат ҡалаһында тәбиғи газды тәрән эшкәртеү производствоһы төҙөлә

salavat-neftekhim.gazprom.ru
salavat-neftekhim.gazprom.ru
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Газпром»дың һәм Башҡортостан властарының «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәре яңы кимәлгә сыҡты. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, компания етәксеһе Алексей Миллер менән осрашыу йомғаҡтары буйынса комплекс төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығын техник-иҡтисади тикшереүҙе тамамлау бурысы йөкмәтелгән. Ошо йәһәттән кәңәшмә 31 майҙа була.
Яңы производство асыу планы 2017 йылда Башҡортостандың элегерәк йылына — 20 миллиард самаһы, хәҙер 15 миллиард кубометр газ ҡулланыуы тураһында иҫәпләүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ҡалған айырманы — 2 миллиардтан алып 5 миллиардҡа тиклем кубометрҙы икенсе маҡсатта файҙаланырға мөмкин, мәҫәлән, тәрән эшкәртеү өсөн сеймал сифатында. Проектҡа инвестициялар бер нисә миллиард АҠШ долларынан артып китеүе ихтимал.
Читайте нас: