05:37 (UTC+5), 26 Апреля 2019

Бөрйән районында ҙур гибрид ҡояш электр станцияһы төҙөлә

«Хевел» компанияһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Хевел» компаниялар төркөмө йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә энергия һаҡлағыстар менән ҙур гибрид ҡояш электр станцияһын төҙөй. Дөйөм ҡеүәте 10 МВт тәшкил иткән ҡояш генерацияһы Башҡортостандың Бөрйән районында була, тип хәбәр ителә компанияның сайтында.
Бөрйән ҡояш электр станцияһы селтәр менән параллель рәүештә лә, автономлы режимда ла эшләй. Шулай итеп, электр станцияһы бөтә районға электр энергияһы бирергә, ә авариялы өҙөү йәки электр тапшырыу линияһында ремонт эштәрен башҡарыу осрағында автономлы режимда дауаханаларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын электр менән тәьмин итергә тейеш.
Бынан алда компанияла Бөрйән проектына инвестициялар 800 миллион һумға баһаланды, станцияны 2020 йылда сафҡа индереү күҙалланды, тип хәбәр итә «Коммерсант-Башҡортостан» баҫмаһы. Һаҡлағыстарҙы иҫәпкә алып, проект 1 миллиард һумға тиклем ҡиммәтләнде.
«Хевел» компанияһы Башҡортостанда Бүребай (ҡеүәте 20 МВт), Бөгөлсән (15 МВт), Иҫәнғол (9 МВт) станцияларын төҙөнө. Компания республиканың Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында тағы дүрт ҡояш электр станцияһы төҙөргә ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика