08:13 (UTC+5), 24 Апреля 2019

Рәсәй компанияһы Стәрлетамаҡта онкология үҙәген төҙөүгә 1 миллиард һум аҡса һала

ufa.zoon.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, 2020 йылда Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге асылырға тейеш. Инвестор республиканың онкология хеҙмәте үҫешенә 1 миллиард һум һала.
Проект Стәрлетамаҡ дауаханаһы биләмәһендә онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул позитрон-эмиссиялы компьютер томографы (ПЭТ-КТ), нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм бергә тоташҡан ҡорамал менән йыһазландырыла. Бынан тыш, проектта шешкә ҡаршы дарыу терапияһы стационарын ойоштороу ҙа ҡаралған.
«Проектты тормошҡа ашырыу республиканың көньяғында яман шеш менән сирләгән пациенттарға нур диагностикаһын үтеү, нур терапияһын алыу мөмкинлеген күпкә арттырырға тейеш», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
«МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө «ПЭТ-технолоджи» федераль медицина үҙәктәре (2014 йылдан Өфөлә лә шундай эшләй), «К+31» клиникалары селтәрен үҫтерә, радиофармпрепараттар етештерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика