04:12 (UTC+5), 24 Апрель 2019

Башҡортостан һәм Ростех һанлы үҫеш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан һәм Ростех һанлы үҫеш өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө. Республика Йортонда Башҡортостан Хөкүмәте, «РТ-Проект технологиялары» акционерҙар йәмғиәте һәм «Инновация-ҡулланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм компанияның директорҙар советы рәйесе, дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Александр Назаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Килешеү республиканың 2030 йылға тиклемге Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы, «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты, «Башҡортостан Республикаһында мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә берлектәге эште күҙҙә тота.
«Ошо килешеүгә ҡул ҡуйып, беҙ мөнәсәбәттәребеҙгә яңы этәргес бирәбеҙ, –тине Радий Хәбиров. – Бергәләп үҫешеү өсөн мөмкинлектәр күп».
«Республика менән сәнәғәт, инновация ҡарарҙары өлкәһендә конструктив бәйләнештәр булдырылған. Корпорация, үҙенең девизына тоғро ҡалып, «үҫештә партнёр» булып тора, – тип билдәләне Александр Назаров. – «РТ-Проект технологиялары» – берлектәге предприятиелар булдырыу өсөн үҙәк ул. Маҡсатыбыҙ – алдынғы ҡарарҙарҙы төбәктәргә еткереү. Башҡортостанда ҡыҙыҡһыныу тоябыҙ һәм ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген күрәбеҙ. Конструктив партнёрлыҡта һәм республика халҡы файҙаһына проекттарыбыҙҙы бергәләп бойомға ашырырбыҙ, был Рәсәй төбәктәре лидерҙарҙың береһе булараҡ Башҡортостандың позицияһын йәнә нығытыр».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика