07:04 (UTC+5), 23 Апреля 2019

Өфөлә яңы Ағиҙел күперен төҙөү 12 июндә башлана, ә иҫкеһе йәйәүлеләр өсөн була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 майға тиклем Өфөлә һатыулашыуҙы тамамлау, ә 12 июндә яңы Ағиҙел күперенә тәүге таш һалыу күҙаллана. Проект буйынса, өс һыҙатлы ҡоролманың оҙонлоғо 668 метр була. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
«Хәҙер1984 йылда һалынған күпер биш хәрәкәт һыҙатынан тора, йәғни бынан һуң һигеҙ хәрәкәт һыҙаты булдырыла. Әлегә 1956 йылғы күпер буйынса ҡарар ҡабул итмәнек. Уның ҡатмарлы торошта булыуын иҫәпкә алып, бөгөн төрлө варианттарҙы ҡарайбыҙ. Ләкин ул йәйәүлеләр күпере булыр, моғайын», — тип Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.
Төҙөлөш ваҡытында күперҙәр ябылмай. Яңы ҡоролманы сафҡа индереүгә ике йыл самаһы кәрәк булыр тип күҙ уңында тотола.
Бынан алда «Башинформ» «Рәсәй транспорты» форумынан һуң яңы Ағиҙел күперен төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ул саҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Транспорт министрлығы менән һөйләшеп килеште. Өфөгә федераль ведомствонан бөтәһе 2 миллиард һум йүнәлтелә. 500 миллион һум күләмендәге тәүге транш килгән дә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика