12:51 (UTC+5), 22 Апреля 2019

Төркиәнең сәнәғәтселәр ассоциацияһы Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләй

Башҡортостан Башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төркиәнең КОНСИАД сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ассоциацияһы Башҡортостан менән сауҙа һәм инвестиция мөнәсәбәттәре урынлаштырырға теләй. КОНСИАД президенты Кемаль Челик бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән сауҙа бәйләнештәре булдырған, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, Төркиә республиканың төп ун партнеры иҫәбенә ингән. Төбәктә төрөк капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 45 предприятие эшләй.
«Төрөк бизнесы вәкилдәренең Өфөгә даими килеүенә, беҙҙең эшлекле даирәләр һәм предприятиелар менән әүҙем аралашыуына бик шатбыҙ. Башҡортостан менән Төркиә араһында ныҡлы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырылған. Беҙҙә ошондай хеҙмәттәшлек өсөн ышаныслы хоҡуҡи база бар, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге ваҡытта Истанбулда республика вәкиллеген асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шуға күрә артабан эшләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәребеҙ булыр тип уйлайым. Башҡортостан яңы проекттар өсөн асыҡ. Беҙ әүҙем хеҙмәттәшлеккә әҙер».
«Беҙ һеҙгә Төркиәнән ассоциациябыҙҙың 1 100 ағзаһынан сәләм килтерҙек, – тине Кемаль Челик. – Һеҙҙең менән алдан һөйләшеүҙәр үткәргәндән һуң, КОНСИАД-тың бөтә вәкилдәренең дә Башҡортостанға килеүен тәьмин итербеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа, әгәр һеҙ ҙә Төркиәгә килһәгеҙ, бәхетле булырбыҙ».
Осрашыу барышында яҡтар нефть химияһы, еңел сәнәғәт, машиналар эшләү, төҙөлөш, ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров партнерҙарҙың иғтибарын Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең эшләүенә, уларҙа бизнес һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡулай инвестиция мөхите булдырылыуына йүнәлтте.
КОНСИАД ассоциацияһы 2008 йылда ойошторолған. Ул төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 1 100 предприятиены берләштерә. Ассоциацияның маҡсаты – иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, эске һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика