10:55 (UTC+5), 22 Апрель 2019

Республикала ужым ашлығы һәләк булыуҙан зыян 6 миллиард һумға баһаланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 430 мең гектар ужым ашлығының әлегә 74,4 мең гектары, йәки 17,2 проценты яңынан сәсеү хәүефе аҫтында ҡала. Яҡынса 170 мең гектарҙы ҡабаттан сәсеү күҙаллана. Был — 0,5 миллион тоннанан ашыу юғалтылған уңыш, йәки 6 миллиард алып еткерелмәгән табыш, тип белдерҙе республика хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.
«Бөгөн беҙ ужым ашлығы буйынса хәлдең етди булыуын күрәбеҙ. Ужымдың йомшаҡ шарттарҙа ҡышлауы, апрель башында температураның плюс 20-гә тиклем етеүе һәм һуңынан дүрт көн рәттән төндә минус 12 — быларҙың барыһы ла Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ужым сәсеүлектәренең һәләк булыуына килтерҙе», — тине хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Илшат Фәзрахманов.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә ужым ашлыҡтарының 10-дан алып 30 процентҡа тиклеме зыян күргән.
«Ғәҙәттән тыш хәл индерергә уйлайбыҙ. Хуплауығыҙҙы һорайым, сөнки был страховка компанияларына, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына компенсация һәм маҡсатлы күрһәткестәргә ирешмәгән өсөн субъектҡа штраф һалмауҙы һорап мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.
2019 йылға билдәләнгән маҡсаты индикаторҙарға ярашлы, Башҡортостан аграрийҙары 3,4 миллион тоннанан ашыу иген, 1,260 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 420 мең майлы культуралар, 113 мең тонна йәшелсә һәм 44 мең тонна картуф йыйып алырға тейеш.
20 апрелгә Башҡортостандың 14 районы иртә яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән.15 мең гектар майҙан сәселгән. Быйыл яҙ республикала сәсеү кампанияһын 15-20 көн эсендә тамамлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика