Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.22
-0.11
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2019, 16:45

Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән һәм дизель яғыулығы арзанайған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан статистиктары Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың ҡиммәтләнеүе һәм дизель яғыулығының арзанайыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Һайланма мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 апрель менән сағыштырғанда, АИ-98 маркалы бензиндың хаҡы 0,4 процентҡа артып, бер литры уртаса 49,25 һумға еткән. Бензиндың башҡа маркаларының хаҡы үҙгәрмәгән. Мәҫәлән, АИ-92 – 41,39 һум, АИ-95 44,34 һум тора.
Шуның менән бергә Өфөлә дизель яғыулығы 0,3 процентҡа арзанайған – бер литры уртаса 46,41 һум.
Мәғлүмәт өсөн. Уҙған йылдың 16 апреле менән сағыштырғанда, Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының хаҡы 13,4 процентҡа артҡан. Бензиндың бөтә маркалары — 9,1-9,6 процентҡа.
Читайте нас: